Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине.
Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары кисерелде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.
Ә ҡатынға иһә: – Гонаһтарың кисерелде, – тигән.
Табын артындағылар бер-береһе менән: – Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы кисерә, – тип һөйләшә башлағандар.
Ул да Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Павел уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән: