Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ләкин Ғайса: – Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы. – Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктә хазинаң булыр. Унан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса. – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға. Ғайса уға ҡарап алды. Был кеше Уның күңеленә хуш килде. – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр, – тине Ул уға. Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филипты осратып: – Миңә эйәр! – тине. Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған. Ул был һүҙҙәрҙе Петрҙың ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белдереп әйтте. Шунан һуң Ғайса уға: – Минең арттан бар! – тине. – Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.
Выбор основного перевода