Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Унан киткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көнөндә һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны. – Арағыҙҙан берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы шәмбе көнөндә соҡорға төшһә, ул уны сығармаҫ инеме икән? – тине Ғайса. – Ә кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләү дөрөҫ. Шунан Ул теге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ул ҡулын һуҙҙы һәм ҡулы икенсеһе кеүек үк сәләмәт булды. Икенсе бер шәмбелә Ғайса ғибәҙәтханаға инеп өйрәткән. Унда уң ҡулы ҡороған берәү булған. Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө берәйһен һауыҡтырмаҫмы икән тип, Уны күҙәткән. Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға тороп баҫ! – тигән. Теге кеше тороп баҫҡан. Шул саҡ Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан: – Мин һеҙгә шундай һорау бирәм: шәмбе көнө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораған. Ғайса бөтөнөһөнә күҙ йөрөтөп сыҡҡан да теге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тип бойорған. Теге кеше ул ҡушҡанды үтәгән һәм ҡулы һауыҡҡан.
Выбор основного перевода