Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде һәм Ғайса уларҙы өйрәтте. Ғайса өйгә инде. Унда тағы күп кеше йыйылып китте, шунлыҡтан Ғайса менән шәкерттәре хатта тамаҡ та ялғай алманы. Ғайса Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында халыҡ аңлаған тиклем һөйләне. – Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға. Сөнки халыҡ бер килеп, бер китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине.
Выбор основного перевода