Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Үтеп-һүтеп йөрөүселәр иһә, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе! – Бынау Алла Йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса. Ғайса уға былай тине: – Ышан Миңә, ханым, ваҡыт етеп килә: Атаға был тауҙа ла, Иерусалимда ла табынмаясаҡһығыҙ. Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй. Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Муса биргән йолаларҙы үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек. Әммә Мәсих барлыҡ яҡшы нәмәләрҙең Баш Руханийы булып килде. Кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр аша үтте.
Выбор основного перевода