Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Был ваҡытта Петр аҫта, ихатала ине. Иң баш руханиҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, усаҡ янында йылынып ултырған Петрҙы күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине. Әммә Петр: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға: – Был кеше – уларҙың береһе, – тине. Петр тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға: – Һин ысынлап та уларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр. Ә Петр: – Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе. Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине.
Выбор основного перевода