Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны Үҙе менән алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайса Петрҙан, Яҡубтан һәм Яҡубтың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар». Яирҙың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрҙан, Яхъянан һәм Яҡубтан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәгән. Өйгә инеп, шәкерттәре Ғайса менән генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар. Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.
Выбор основного перевода