Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ул, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, былай тип һораны: – Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип ҡанун белгестәре нисек әйтә ала? Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән, Ғайса көндөҙ Алла Йортонда өйрәткән, төндәрен иһә, ҡаланан китеп, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәргән. Иң баш рухани Ғайсанан шәкерттәре һәм Уның өйрәтеүҙәре тураһында һорашты. – Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем. Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә.
Выбор основного перевода