Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә: «Шундай көндәр килер, ти Раббы, Мин Израиль халҡы һәм Йәһүҙә халҡы менән яңы килешеү төҙөйәсәкмен. Был килешеү Мин уларҙың атай-олатайҙарын Мысырҙан етәкләп сығарғанда төҙөлгән килешеүгә оҡшамаясаҡ. Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм Мин уларҙан ситләштем, ти Раббы. Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ. Бер кем дә үҙенең яҡынын һәм бер кем дә үҙенең туғанын: „Раббыны танып бел“, – тип өйрәтмәйәсәк. Сөнки кесеһенән башлап олоһона тиклем бөтөнөһө Мине беләсәк. Мин уларҙың яуызлыҡтарын кисерәсәкмен, ә ҡылған гонаһтарын бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен». Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр. Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар вәғәҙә ителгән мәңгелек мираҫты ала алһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды. Васыят та ниндәйҙер кимәлдә килешеү булып тора. Ул уны яҙған кешенең үлеме иҫбатланғас ҡына үҙ көсөнә инә. Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай. Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы. Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтөн халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау менән кәзә ҡаны бөркөп сыҡты. Ул: «Был – Алла һеҙгә үтәргә тип әмер биргән килешеүҙе раҫлаусы ҡан», – тигән. Шулай уҡ ул изге сатырға һәм унда булған, ғибәҙәт ҡылғанда ҡуллана торған барлыҡ әйберҙәргә ҡан бөрккән. Ҡанун бөтөн нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.
Выбор основного перевода