Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк. Һуҡыр фарисей, тәүҙә кәсәнең эсен таҙарт, шунда уның тышы ла таҙа булыр! Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың, ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың. Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ, аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәт тупланмаһы булған ҡанунға эйәһең. Шулай булғас, ни өсөн һуң башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? Урлашмауҙы вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһың? «Зина ҡылма» тиһең, ә үҙең зина ҡылаһың? Ялған илаһтарҙан ерәнәһең, ә уларға табына торған йорттарҙы талайһың? Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең? Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мәсхәрәләй».
Выбор основного перевода