Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ. Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин баҙнат итмәне, сөнки Уны пәйғәмбәр тип һанаған халыҡтан ҡурҡтылар. Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған. – Әфәндем! Күрәм, Һин пәйғәмбәр. Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы. Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре: – Был ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр! Фарисейҙар ҙа унан нисек күрә башлауы тураһында һорашты. – Ул тәүҙә минең күҙҙәремә лайла һөрттө, аҙаҡ йыуынғайным, күрә башланым, – тип яуап ҡайтарҙы һауыҡҡан кеше.
Выбор основного перевода