Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар ҡушып һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ. Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен йомдо. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе. Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй – шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй. һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы. Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм – ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам. Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем. Иткән хәлдә лә, хөкөмөм хаҡ, сөнки яңғыҙ түгелмен: Мин Үҙемде ебәргән Атам менән бергәмен. Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем. Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефан. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ. Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ. Һеҙ фәрештәләр аша Алланан бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алдығыҙ, ләкин уны үтәмәнегеҙ.
Выбор основного перевода