Дауыт үҙе Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек итеп Дауыттың Тоҡомо була ала? Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.
Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Лазарь, сыҡ! – тине.
Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса: – Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине.