Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ирод йортонда идара итеүсе Хузаның ҡатыны Иоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булған. Был ҡатындар Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән. – Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? Әммә арағыҙҙағы берәү – иблис. – Ғайса быны аҙаҡ Үҙенә хыянат итәсәк ун икәүҙең береһе булған Симон Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте. Әммә Ғайсаның нилектән шулай тип әйткәнен табындағыларҙың береһе лә аңламаны. Аҡса янсығы Йәһүҙәлә булғанлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрамға ризыҡ һатып алырға йәки фәҡирҙәргә берәй нәмә таратып бирергә ҡушҡандыр, тип уйланы.
Выбор основного перевода