Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ. Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен йомдо. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». – Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә: «Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле, кисерелмәһендәр өсөн, ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә.
Выбор основного перевода