Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Шул ҡалала йәшәүсе әхлаҡһыҙ бер ҡатын Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, шунда барған. Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торған, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамған. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майлаған. Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған. Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте. Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Лазарь, сыҡ! – тине. Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса: – Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине. Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, Иерусалимға илдең төрлө төбәктәренән күп кеше килде.
Выбор основного перевода