Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш руханиҙар янына барып: – Әгәр һеҙгә Ғайсаны тапшырһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны. Улар уға утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе. Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны руханиҙар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне. Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине. Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла Йортоноң баш руханиҙар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.
Выбор основного перевода