Ғайса быны ишеткәс: – Был сир үлемгә килтермәй. Алла даны өсөн уның аша Алла Улының данлы бөйөклөгө күрһәтеләсәк, – тине.
– Ҡустығыҙ тереләсәк, – тине уға Ғайса.
Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.
Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.