Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», – тип яуап биргән. Ҡотҡарылыу байрамында Уның Иерусалимда күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды. Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште. Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр Уға инанды. Һәм унда күптәр Ғайсаға инанды. сөнки уның арҡаһында күп йәһүдтәр килеп, Ғайсаға инана башлағайны. Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр.
Выбор основного перевода