Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Улар Иерусалимға китеп бара ине. Ғайса шом баҫҡан шәкерттәренең алдынан атланы, уларҙың артынан ғәжәпкә ҡалған халыҡ эйәрҙе. Ғайса ун ике шәкертен ҡабаттан ситкә саҡырып, Үҙ башына төшәсәк хәлдәр хаҡында һөйләй башланы: Петр тағы ла ҡатыраҡ итеп: – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине. Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, улар янында юҡ ине. Башҡа шәкерттәр уға: – Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек! – тинеләр. Ә ул уларға: – Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы. Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылып ултырғанда, Фома ла улар янында ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине. Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине. – Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома. Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәрбеҙ ҙә, тип ышанабыҙ.
Выбор основного перевода