Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер. Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер. «Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар. Улар быларҙың барыһын да Минеке булғанығыҙ өсөн эшләр, сөнки Мине Ебәреүсене белмәйҙәр. Мин ергә йығылдым һәм: «Савл, Савл! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем. Беҙ бөтөнөбөҙ ергә йығылдыҡ, һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә йәһүд телендә: «Савл, Савл! Ниңә һин мине эҙәрлекләйһең? Осло таяҡҡа ҡаршы торһаң, үҙеңә зыян килтерерһең», – тине.
Выбор основного перевода