Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте. Ант итеүселәрҙең һаны ҡырҡтан ашыу ине. Улар баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар алдына барып: – Беҙ Павелды үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек. Ә һеҙ хәҙер, Юғары кәңәшмә менән бергә уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға сығарыуын һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны юлда саҡта үлтерербеҙ, – тинеләр. Павелдың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып быны Павелға еткерҙе. Павел иһә, йөҙбашыларҙың береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине. Йөҙбашы егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып килде: – Тотҡон Павел мине саҡырып алды ла, был егетте һинең яныңа килтереүемде һораны. Ул һиңә ниҙер әйтергә теләй. Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте. – Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны унан. – Йәһүдтәр, Павел хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Павелды Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. – Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Павелды үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр. Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы: – Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе. Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙбашын саҡырып алды. Уларға: – Ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. Улар киске сәғәт туғыҙҙа Кесарияға китһен. Павелды ултыртып алып барырға ла аттар әҙер булһын. Уны идарасы Феликс янына хәүеф-хәтәрһеҙ алып барып еткерегеҙ, – тине һәм ошондай йөкмәткеле хат яҙҙы: «Клавдий Лисийҙан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм! Йәһүдтәр был кешене тотоп, үлтерергә йыйына ине. Мин, уның Рим гражданы икәнен белгәс, ғәскәриҙәр менән барып ҡотҡарып алып ҡалдым. Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунына ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки бығауларға дусар итерлек ғәйеп табып булманы. Үҙҙәренә мәрхәмәт күрһәтеүҙе һорап, Павелды Иерусалимға саҡыртыуын үтенделәр. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты.
Выбор основного перевода