Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Павел улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тиранн тигән берәүҙең уҡыу йортонда көн һайын әңгәмә ҡороп ултырҙы. Әммә һинең алда шуны таныйым: мин, улар айырым төркөм генә тип иҫәпләгән юлдан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам. Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған Хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ. барыһынан һуң, мин етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, миңә лә күренде. «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.
Выбор основного перевода