Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар. Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты. Савлдың иһә Раббының шәкерттәренә ҡарата һарыуы ҡайнап, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш руханиҙан Һиңә табыныусыларҙың бөтөнөһөн бында ла ҡулға алырға уның баш руханиҙарҙан вәкәләте бар, – тип яуапланы Анания. Һәм Иерусалимда шулай иттем дә: баш руханиҙарҙан вәкәләт алып, күп изгеләрҙе төрмәгә ташлаттым, башҡалар уларҙы үлтергәндә ризалығымды белдерҙем. Һеҙ минең йәһүд динендәге элекке йәшәү рәүешем хаҡында ишеттегеҙ. Ул саҡта мин Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрлекләнем һәм юҡҡа сығарырға тырыштым. Минең турала улар, ҡасандыр үҙҙәрен эҙәрлекләгән кеше үҙе юҡ итергә тырышҡан иманды хәҙер үҙе үк вәғәзләй, тип кенә ишеткәндәр.
Выбор основного перевода