Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә һағайыу хисе уянды. Ҡатын шунда уҡ, уның аяғына йығылып, йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатындың үлгәнлеген күрҙеләр һәм алып сығып ире янына күмеп ҡуйҙылар. Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишетеүселәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды. Был ваҡиға Ефеста йәшәүсе бөтөн йәһүдтәргә һәм башҡа милләт кешеләренә мәғлүм булды. Барыһы ла ҡурҡыуға төштө, һәм Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы. Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә, элек ҡылған гонаһтарын ҡылыуҙарын дауам иткәндәргә лә, башҡаларҙың барыһына ла киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ һеҙҙе лә, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, йәлләмәйәсәкмен. Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.
Выбор основного перевода