Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ул: «Уның кейеменә генә ҡағылһам да, һауығасаҡмын», – тип эстән генә уйлағайны. Улар Ғайсанан кейеменең салғыйына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты. Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалдылар. Уның һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты. Алла иһә Павелдың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды. Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты.
Выбор основного перевода