Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ. Шул ваҡытта ун ике шәкерттең береһе Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис ингән. Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы. Иблис Симон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыуға, уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине. Әммә Петр: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана иреңде күмгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине. Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй. Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алланың бөтөн төр ҡоралдарына кейенегеҙ. Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ. Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.
Выбор основного перевода