Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса Алла Йортонда Сөләймән бағаналы залы буйлап йөрөгән саҡта, Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә һағайыу хисе уянды. Әлеге һауыҡҡан кеше Петр менән Яхъянан ҡалмағас, тамам аптыраған кешеләр улар янына Сөләймәндең бағаналы залы тип аталған залға йүгереп инде. Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине. Ә Алланың мәрхәмәте һәм ҡөҙрәте менән тулған Стефан иһә халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды. Павел менән Варнава унда шаҡтай оҙаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында тәүәккәллек менән вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы.
Выбор основного перевода