Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рух менән тулы булған Стефанды, шулай уҡ Филипты, Прохорҙы, Никанорҙы, Тимонды, Парменды һәм мәжүсилектән йәһүд диненә ҡабул ителгән антиохиялы Николайҙы һайлап, Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы. Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар. Унда Асир нәҫеленән Фануилдың Анна исемле пәйғәмбәр ҡыҙы ла булған. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп «Ахырызаман килгәндә барлыҡ кешеләргә Үҙ Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек ҡылыр. Йәштәрегеҙ илаһи күренмештәр, ҡарттарығыҙ әүлиә-төштәр күрер.
Выбор основного перевода