Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте. Павел, ҡулы менән ишара яһап, һүҙ башланы: – Израилдәр һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр, тыңлағыҙ! Ҡайһы берәүҙәр Искәндәр исемле бер кешене ғәйепле тип уйланы, сөнки йәһүдтәр уны халыҡ алдына сығырға мәжбүр иткәйне. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны. Беҙ бөтөнөбөҙ ергә йығылдыҡ, һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә йәһүд телендә: «Савл, Савл! Ниңә һин мине эҙәрлекләйһең? Осло таяҡҡа ҡаршы торһаң, үҙеңә зыян килтерерһең», – тине.
Выбор основного перевода