Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Павел, Коринфта тағы байтаҡ көндәр булғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акила ла уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Павел Кенхрейҙа сәсен алдырҙы. Шулай итеп, икенсе көндө теге кешеләрҙе үҙе менән алып, Павел улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла Йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм ҡасан уларҙың һәр береһе өсөн ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте. Алла Йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым.
Выбор основного перевода