Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы. Павел уның үҙе менән юлға сығыуын теләне, шунлыҡтан уны сөннәткә ултыртты. Ул быны шунда йәшәүсе йәһүдтәр хаҡына эшләне, сөнки бөтәһе лә Тимофейҙың атаһы грек икәнлеген белә ине. – Израилдәр, ярҙам итегеҙ! Бөтөн ерҙә беҙҙең халыҡҡа, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы өйрәтә торған кеше ошо. Өҫтәүенә, йәһүд булмағандарҙы Алла Йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте, – тип ҡысҡырҙылар. Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ. Берәйһен Алла сөннәтле килеш саҡырған икән, ул кеше сөннәт эҙен юҡ итмәһен. Сөннәтһеҙ килеш саҡырылһа, шул көйө ҡалһын. Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла әмерҙәрен үтәү генә мөһим. Йәһүдтәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, уларға йәһүд кеүек булдым, ҡанунға буйһонғандарҙы Аллаға килтереү өсөн, үҙем ҡанун аҫтында булмаһам да, улар янында ҡанунға буйһоноусы кеүек булдым, Әммә бушҡа хәүефләнгәнмен. Улар, минең менән булған Титты, грек булыуына ҡарамаҫтан, сөннәтләнергә мәжбүр итмәне.
Выбор основного перевода