Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емештәре лә насар булыр. Емешенә ҡарап ағасын таныйҙар. Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ, ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу, хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ. Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ, баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ. Бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй. Имандаштарым, инжир ағасында зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай.
Выбор основного перевода