Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр ошо ике әмергә нигеҙләнгән. Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ. Бер-берегеҙгә булған мөхәббәттән башҡа бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ. Икенсе кешегә ҡарата мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәй. «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» һәм башҡа төрлө әмерҙәр, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата. Мөхәббәт бүтән кешегә яуызлыҡ килтермәй, тимәк, мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәү булып тора. Бөтөн ҡанундың асылын бер һүҙ менән аңлатып була: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат».
Выбор основного перевода