Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса тирә-яғына ҡарап алды ла шәкерттәренә: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тине. Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде. – Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. – Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк. Улар, бик ныҡ аптырап, үҙ-ара: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һөйләштеләр. Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға мөмкин. Аллаға бөтә нәмә лә мөмкин, – тине. – Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.
Выбор основного перевода