Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Уға ҡаршы: – Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр, – һәм һис ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас нисек Һин: «Ирекле булырһығыҙ», – тиһең? Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ. Улар: – Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе. – Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ. – Туғандар! – тип дауам итте һүҙен Павел. – Ибраһим нәҫеленең балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде. Тышҡы яҡтан ғына йәһүд булған ысын йәһүд түгел әле, тән сөннәтен үтеү генә лә ысын сөннәт түгел. Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә. Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште? Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды. Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы. Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.
Выбор основного перевода