Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте. Яхъя уларға: – Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар. Минән һуң килгән Кеше – Ул, ә мин иһә Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен, – тип яуап бирҙе. Уның кем икәнлеген белмәй инем, әммә мине һыуға сумдырырға Ебәреүсе: «Кемдең иңенә Рух төшә һәм Уның өҫтөндә ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне. Яхъя һеҙҙе һыуға сумдырҙы, ә бер нисә көндән һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ. Иман тотоусылар араһында ялҡын телдәре һымаҡ телдәр күренде, ул телдәр айырылып, уларҙың һәр ҡайһыһына берәмләп ҡунды. Бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе. Шул ваҡыт мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙөм. – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул кешеләрҙе үҙенән һуң Килеүсегә, йәғни Ғайсаға инанырға өндәне, – тине Павел. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әҙ генә, бөтөнләй әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.
Выбор основного перевода