Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар. Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән: – Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә, ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған. Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, ләкин таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән. Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор, мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым. Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың». Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар. Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.
Выбор основного перевода