Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен. Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ. Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел! Ғайса, Иерусалимға яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн илай башлаған: – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң икән! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән. Мин һәм Ата – бербеҙ. Улар таш бәргән ваҡытта Стефан доға ҡылды ла: – Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит, – Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, кешеләрҙең дә барыһына ла ҡаршы.
Выбор основного перевода