Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете, ер менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың аяҡ терәгән урыны, Иерусалим менән дә ант итмә, сөнки ул – бөйөк Батшаның ҡалаһы. Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең аҡ йәки ҡара итә алмайһың. Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән. «Күк – Минең тәхетем, Ә ер – Минең аяҡ терәү урыным. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һала алырһығыҙ? – ти Раббы. Минең йәшәй торған урыным ниндәй?
Выбор основного перевода