Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Баҙарҙан ҡайтҡас та, йыуынмайынса ашамайҙар. Улар үтәлергә тейеш тип ҡабул иткән тағы күп ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибе. Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан: – Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар. Ғайса уларға: – Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында ҡайһылай дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса: «Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән йыраҡ. Миңә бушҡа табыналар, кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтәләр». Алла әмерен ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йоланы үтәйһегеҙ. Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла әмерен кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тип әйткән бит. Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте ҡорбан (йәғни Аллаға бүләк) тип вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән, ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләргә рөхсәт ителмәй, тип өйрәтәһегеҙ. Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән һеҙ Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ. Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы. Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар иткән түгелме һуң?
Выбор основного перевода