Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ. Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында килтерегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған. Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша. Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен. Был мәлдәр – үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр. Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! Сөнки был ергә ҙур афәт һәм был халыҡҡа асыу киләсәк. Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, ваҡыты үткәнсе, Иерусалимды тапар.
Выбор основного перевода