Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо. Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Иерусалим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе. Бындағыларҙың бер өлөшө саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген белгәндән һуң, Павел ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлауым өсөн хөкөм итәләр, – тине. Сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана. ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғоноң ҡысҡыртыуында. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңгелек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ.
Выбор основного перевода