Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Улар осһоҙ-ҡырыйһыҙ шәжәрәләрҙә соҡсоноп һәм уйҙырма хәбәрҙәр таратып йөрөүҙән туҡтаһын, сөнки былар барыһы ла бәхәс кенә тыуҙыра һәм Алла ниәтен иман аша тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Алланы һанға һуҡмаған кешеләрҙән һәм бисә-сәсәләрҙең уйҙырма хәбәрҙәренән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер. ул кеше тәкәббер, бер ни белмәй, әммә бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү сирен йоҡторған; шул арҡала көнсөллөк, талаш, яман һүҙ һөйләү, мәкерле шикләнеүҙәр килеп сыға. Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға, өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш, Алла тарафынан бәлки уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер, шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.
Выбор основного перевода