Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмай тороп, уның менән айырылышһа, ул уны зина ҡылыуға этәрә. Һәм иренән айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла. Ҡатынын айырып башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла; һәм ире айырған ҡатынға өйләнеүсе лә зина ҡыла. Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө. Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын. Әгәр айырыла икән, ирһеҙ торһон, йәки үҙ ире менән яңынан килешһен. Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын. Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш. Берәй ҡатындың ире иманһыҙ булып, әммә ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаҫҡа тейеш. Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтөн берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.
Выбор основного перевода