Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай. Уны өс йөҙҙән артыҡ динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп ҡатынды шелтәләнеләр. Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ. Һеҙгә әйтәм: хаҡ булмаған донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡтың файҙаһы бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ. – Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы. Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең хәжәтенә ҡарап, бүлеп бирҙеләр.
Выбор основного перевода