Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ. Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө. Никахта тормағандарға һәм тол ҡатындарға шуны әйтәм: уларға минең кеүек яңғыҙ йәшәү яҡшыраҡ булыр. Әммә тыйыла алмаһалар, тормош ҡорһондар, сөнки енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ. Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын. Әгәр айырыла икән, ирһеҙ торһон, йәки үҙ ире менән яңынан килешһен. Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын. Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш. Берәй ҡатындың ире иманһыҙ булып, әммә ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаҫҡа тейеш. Сөнки иманһыҙ ирҙең иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар. Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы. Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың? Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтөн берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.
Выбор основного перевода