Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел. Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; ә Минең хаҡҡа йәнен юғалтҡан уны табыр. – Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктә хазинаң булыр. Унан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса. Шулай уҡ һеҙҙең һәр берегеҙ барлыҡ нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. Үҙ йәнен яратыусы уны юғалтыр; ә был донъяла үҙ йәнен һанға һуҡмаусы уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.
Выбор основного перевода