Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине. – Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны Унан шәкерттәре. Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар». Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне. Өлкә идарасыһы Ирод, быларҙың барыһы тураһында ишетеп, аптырашта ҡалған. Сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләгән. Улар: – Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һораны. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? – Юҡ, – тип яуапланы ул йәнә.
Выбор основного перевода