Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Симон Петр Унан: – Хужам, Һин ҡайҙа китәһең? – тип һораны. Ғайса: – Мин китә торған урынға һин хәҙергә эйәреп бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, – тип яуап бирҙе. – Хужам, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петр. Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине.
Выбор основного перевода